Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тамашасыларын премьера менән ҡыуандырҙы.


Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тамашасыларына «Ҡарбабай һәм ҡояш» тип исемләнгән яңы йыл премьераһын тәҡдим итте. Тамаша ике йәштән өлкән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Спектаклдә тәүгә йәш актерҙар - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының драма бүлеген тамамлаусылар ҡатнаша. Премьера алдынан театрға килгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн яңы йыл байрамы ойошторолдо. Етеп килгән мөғжизәле байрам менән кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм ҡурсаҡтар ҡотланы. Әйткәндәй, премьераны декабрь аҙағында башҡорт телендә лә ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ