Башҡорт спортсылары Бишкәктә үткән планетар старттарҙан еңеү менән ҡайтты


Мас-рестлинг буйынса донъя беренселегенән тулы комплект миҙалдар менән. Башҡорт спортсылары Бишкәктә үткән планетар старттарҙан еңеү менән ҡайтты. Был турнирҙа донъяның 22 иленән 211 спортсы ҡатнашҡан. «Алтын» миҙалды 70 килограмға тиклемге ауырлыҡта Ренат Бәҙретдинов яулаған. Михаил Ғөбәйҙуллин 85 килограмға тиклемге ауырлыҡта икенсе урында. Бронза наградаға 50 кмлограмға тиклемге ауырлыҡта Таһир Моталлапов лайыҡ булған.


Финалда мин үҙемдән көслөрәк ҡырғыҙ спортсыһы менән алыштым. Ул яҡут спортсыһын еңел генә еңгәйне. Мин үҙемдең техниканы ҡулландым, хәйлә менән алырға, таяҡты артҡа тартмаҫҡа тырыштым. Стартта мин уңғараҡ китеп, таяҡты тартып алдым.

Ренат Бәҙретдинов, мас-рестлинг буйынса донъя беренселеге еңеүсеһе


Яҡут спортсыһынан артта ҡалдым. Беҙ уның менән Рәсәй беренселеге финалында ла осрашҡайныҡ, унда ла дәғүәсем еңде. Был юлы мин ярымфиналда еңелдем, сәнки тәүге алышта ҡулымды ауырттырып, көсөм кәмене.

Таһир Моталлапов, мас-рестлинг буйынса донъя беренселегенең бронза призеры

Бишкәктәге ярыш башҡорт спортсыларының мас-рестлингта еңеүҙәр шәлкемен дауам итте. Ноябрҙә Өфөлә үткән Рәсәй беренселегендә башҡорт спортсылары 22 награда, шул иҫәптән биш алтын миҙал яулаған. Был ошо спорт төрө барлыҡҡа килгән Саха Яҡут Республикаһынан ҡала рекордлы күләм.


Мас-реслингты үҫтереүҙә ярҙамдары өсөн республика етәкселеге, спорт министрлығы һәм муниципалитеттарға ҙур рәхмәт. Был спорт төрөн үҫтереүҙә беҙ бик күп кешеләрҙең ярҙамын тоябыҙ.

Рәил Бикмаев, Башҡортостандың мас-рестлинг федерацияһы президенты
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ