Башҡортостанда сервоприводтар эшләү буйынса үҙәк барлыҡҡа килде

Башҡортостанда сервоприводтар эшләү буйынса үҙәк барлыҡҡа килде

Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдерҙе. “Үҙәк Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы, илдең фән һәм юғары белем биреү министрлығы һәм технологик үҫеш буйынса агентлыҡ ярҙамында “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбле нигеҙендә булдырылған. Унда пилотһыҙ аппараттар, роботтар һәм ер өҫтө техникаһы өсөн электр двигателдәре, электр генераторҙары етештерелә. Илдә берҙән-бер компетенция үҙәге  Өфөлә барлыҡҡа килеүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Уны төҙөүгә федераль бюджеттан 515 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Рәсәй Президенты Владимир Путин сәнәғәткә алдынғы технологияларҙы тиҙләтеү бурысын ҡуйҙы. Был илебеҙҙең технологик суверенитетына өлгәшеүгә бәйле. Был йүнәлештә системалы эшләүҙе дауам итәбеҙ”, тип билдәләгән Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда сервоприводтар эшләү буйынса үҙәк барлыҡҡа килде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ