Ғаризалар киләһе йылдың 31 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Конкурста дизайнерҙар, рәссамдар, креатив дизайн-студиялар һәм башҡа теләүселәр ҡатнаша ала. Еңеүсегә 30 мең һум аҡсалата бүләк тапшырыла. Иң яҡшы логотип ҡурайсылар ансамбле документтарында, рәсми сараларҙа һәм реклама материалдарында ҡулланыла.




