Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Башҡортостан, йәшел рейтинг таблицаһында уҙған йыл менән сағыштырғанда бер ьаҫҡысҡа күтәрелеп, 8-се урынға ҡуйылды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов Республиканың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеге буйынса һиҙелерлек ыңғай алға китештәргә өлгәшеүен билдәләне.
Рейтингты “Йәшел премия” конкурсы “Рәсәй төбәктәре” номинацияһы барышында Рәсәй экологик операторы төҙөй.




