Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ошо турала белдерҙе. Һүҙ Олимпия һәм Паралимпия уйындарында, башҡа ҙур ярыштарҙа ҡатнашыусылар һәм чемпион исемен алыусылар тураһында бара. Айлыҡ стипендияның минималь күләме – 8, иң юғары суммаһы – 38 мең һум була. Уны алыусыларҙың йәше лә кәмегән. Хәҙер айлыҡ түләүҙәр 13 йәштән бирелә башлай. Олимпия спортсыларын тәрбиәләгән тренерҙарға аҡсалата дәртләндереү ҡарала. 2023 йылдан башлап уларға дәүләт стипендияһы күсерелә. Бындай түләү беҙҙең республикала ғына индерелгән.




