Бөгөн Радий Хәбиров юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Видеоконференцияны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.
Вице-премьер билдәләүенсә, уҙған йыл менән сағыштырғанда быйыл юл ҡорбандарының бер аҙ кәмеүе күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта, объектив сәбәптәрҙе иҫәпкә алып, бындай динамиканы йылдан-йыл тотоу ауырлаша. Мәҫәлән, ҡайһы бер федераль трассаларҙың айырым участкаларында хәрәкәт интенсивлығының 10-дан 100 процентҡа артыуы күҙәтелә. Шуға ла күңелһеҙ статистиканы кәметеү буйынса ыңғай динамиканы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә хәлде яҡшыртыу өсөн системалы рәүештә ысынбарлыҡҡа таянып өҫтәмә саралар эшләргә кәрәк, тине Марат Хөснуллин. Билдәләргә кәрәк, Башҡортостанда быйыл 11 айҙа 2 мең 675 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 20,2 процентҡа аҙыраҡ.




