Хөкүмәтте формалаштырыу, Һаулыҡ һаҡлау советы, сүп-сар сығарыу, ҡар таҙартыу. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә мөһим бурыстар ҡуйылды, яҡшы яңылыҡтар иғлан ителде. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Күптән көтөлгән яңылыҡ. Башҡортстан Хөкүмәтен формалаштырыу тамамланыу алдында. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай 19 декабрҙәге пленар ултырышта яңы составты раҫлар тип көтөлә.
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү буйынса совет төҙөлә. Билдәле табиптарҙан тупланған был ойошма фекер алшыу майҙаны булырға тейеш, тине Республика башлығы.
Стәрлебаш районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркының беренсе филиалы 2025 йылда асыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Патриот» паркы йәштәребеҙҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү үҙәгенә әүерелде. Хәрби-илһөйәрлек паркы эшләй башлағандан алып профилле сменаларҙа 24 мең ярым уҡыусы, колледж студенттары ҡатнашҡан. Киләсәктә тағы бер корпусты ремонтларға планлаштырабыҙ, бассейнды проектлау менән шөғөлләнәбеҙ, тип билдәләне Башҡортостан башлығы
Башҡортостанда 2022-2024 йылдарҙа «Экология» милли проектының «Таҙа ил» федераль проекты ярҙамында рөхсәтһеҙ алты сүплек бөтөрөлгән. Уларҙың дөйөм майҙаны 56 гектар. Был сүплектәр 70-се йылдар уртаһынан Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары янында урынлашҡан. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов билдәләүенсә, артабан дүрт йыл дауамында урындарҙа уңдырышлы ҡатламды тергеҙеү буйынса биологик этап үткәрергә тейеш. Был сүплектәрҙе бөтөрөүгә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, уның күбеһе федераль бюджеттан. Оператив кәңәшмәлә сүп-сар реформаһының һөҙөмтәле алып барылыуы билдәләнде.
Эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә. Башҡортостан үткән аҙнала Рәсәй экология операторының йәшел рейтингында һигеҙенсе урынды яуланы.
Тағы ла бер яңылыҡ, һуңғы көндәрҙәге ҡар-бурандар менән бәйле. Әлеге ваҡытҡа Башҡортостан юлдарында һауа торошонда бәйле ҡабул ителгән бөтә сикләүҙәр ғәмәлдән алынған. Транспорт хәрәкәте штат режимында башҡарыла. Бынан алда, республика биләмәһендә һауа торошоноң боҙолоуы һөҙөмтәһендә автомобиль юлдарының 9 участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләүҙәре индерелгәйне. Радий Хәбиров юл-урамдарҙы ҡарҙан даими таҙартырға ҡушты.
Яңы йылға әҙерлеккә килгәндә, майҙандарҙағы боҙ һындар 20 декабргә әҙер буласаҡ. Аттракциондарҙы тикшереү бурысы акредитация үткән 3 лабораторияға йөкмәтелгән. Шыуыу өсөн бөтәһе 241 тау эшләү планлаштырыла.
Рәмзиә Кәримова




