Өфөлә махсус хәрби операцияға сираттағы яугирҙар төркөмө оҙатылды


Мобилизацияланған ир-егеттәр ике аҙналыҡ ялда булған. Ошо ваҡытта улар Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән, туғандары менән күрешкән, һаулығын нығытҡан. Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе күтәренке, улар алғы һыҙыҡтағы иптәштәре эргәһенә ашҡына.


Махсус хәрби операцияла еңеү яулау республика халҡы өсөн Яңы йылда иң ҙур бүләк буласаҡ. Шуға хәрби хеҙмәтте намыҫлы үтәргә тырышабыҙ. Һәм бөтә егеттәрҙең дә иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.

«Шустрый» ҡушаматлы яугир

Еңеүгә үҙ өлөшөн тыл да индерә. Яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр тупланған посылкалар ҙа әҙерләнгән. Республика фронтҡа аҙна һайын тиерлек гуманитар ярҙам ебәреп тора. Был турала Ирек Сәғитов та белдерҙе. Дәүләт эшмәкәре һалдаттарға мөрәжәғәт итеп, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ