Өфөлә электр машиналар үҫешенә арналған Бөтә Рәсәй конференцияһы старт алды

Авиация двигателдәрен төҙөү союзы ултырышы конструктор, билдәле заводтар вәкилдәре, ғалимдарҙы берләштерҙе. Ойошма йыйылышы Башҡортостанда тәүгә уҙа. Сараға йыйылыусылар самолеттар өсөн электр моторҙарын уйлап табыу буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Конференцияла белдерелеүенсә, ошондай төрҙәге двигателдәргә күсеү донъя тенденцияһы булып тора. Сараның Өфөлә уҙыуы осраҡлы түгел: бында илдә алдынғы һаналған «Киләсәк моторҙары» инженерҙар мәктәбе эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ