«Башҡортостан» милли паркында бүреләр өйөрө фототоҙаҡ объективына эләккән


Билдәле булыуынса, был йыртҡыстар ҡыш миҙгелендә берләшеп һунар итә. Һәр береһенең үҙ роле бар. Ҡайһылары хәүефһеҙлек өсөн яуаплы, ҡалғандары табыш эҙләй. Улар йыш ҡына эре хайуандарҙы аулауға өҫтөнлөк бирә. Беҙҙең яҡтарҙа, башлыса, илек һәм мышы туҡлана. Бер үк ваҡытта тибендә йөрөгән йылҡылар ҙа бүре өйөрөнөң ҡорбанына әүерелеүе ихтимал. Милли парк хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бер юлы ашап бөтөлмгән табышты йыртҡыстар ҡар аҫтына йәшереп китә.

«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында ҡуйылған видеокамера объективынан Белоруссиянан килтерелгән зубрҙарҙы күҙәтергә мөмкин. Араларында Башҡортостанда тыуған алты айлыҡ зубр быҙауы айырылып тора. Ирекле вольерҙа йәшәгән хайуан яңы яуған ҡарҙа рәхәтләнеп саба. Белгестәр билдәләүенсә, зубрҙар өсөн йыртҡыстар хәүеф тыуҙырмай. Сөнки яҡынлаша башлаһа, улар көтөү булып бер урынға туплана. Уртаға быҙауҙарын алалар, өлкәндәре мөгөҙҙәре менән йыртҡысҡа ҡаршы тора.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ