Парижда йәйге паралимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Парижда йәйге паралимпия уйындары еңеүселәренә һәм призерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантана Кремлдә үтте. Башҡортостандан Анна Кулинич-Сорокина Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды. Тағы 18 спортсыға беренсе һәм икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалдары тапшырылды. Улар араһында Елена Прокофьева, Антон Кулятин, Богдан Мозговой һәм Андрей Николаев бар. Башҡортостан атлеттары һуңғы паралимпия уйындарында өҫтәл теннисында, йөҙөүҙә һәм еңел атлетикала 6 миҙал яуланы. Владимир Путин, паралимпиясылар көйәрмәндәрҙе яңы ҡаҙаныштар менән ҡыуандырһын өсөн, дәүләт барыһын да эшләүен дауам итәсәк, тип ышандырҙы, шулай уҡ спорт буйынса Советтың алдағы ултырышы адаптив спортты үҫтереү мәсьәләләренә арналасаҡ, тип хәбәр итте.

Әйткәндәй, Башҡортостандан Олимпия һәм Паралимпия уйындарында, башҡа ярыштарҙа ҡатнашыусыларға, еңеүселәргә түләүҙәр арттырылды. Республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, хәҙер айлыҡ стипендия кәмендә - 8 мең, иң күбендә - 38 мең һум. Стипендияны 13 йәштән алырға мөмкин. Шулай уҡ олимпиясылар тәрбиәләгән тренерҙарға аҡса бирелә. 2023 йылдан уларға ғүмер буйына дәүләт стипендиялары түләнә, бындай түләү Башҡортостанда ғына бар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ