Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбле логотибының иң яҡшы дизайнына конкурс иғлан итте. Логотип башҡорт халҡының милли символы ҡурайҙы милли һәм халыҡ-ара кимәлдә популярлаштырыуға, Дәүләт ансамблен танытыуға һәм тамашасыларҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Еңеүсенең эше документтарҙа, рәсми сараларҙа һәм реклама материалдарында файҙаланыласаҡ. Дәүләт ансамбленең логотибы, Башҡортостандың милли символы булараҡ, коллективтың бай мәҙәни мираҫты һаҡлауға ынтылышын күрһәтергә тейеш. Был конкурста профессиональ дизайнерҙар, рәссамдар, шулай уҡ креатив дизайн-студиялар ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы 2025 йылдың 31 ғинуарына тиклем reklama@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Еңеүсе проектты эксперт комиссияһы һайлай. Еңеүсегә 30 000 һум аҡса премия ҡаралған.



