Рәсәй Ҡыш Бабайы Башҡортостанға килә

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл поезы 24 декабрҙә Стәрлетамаҡ һәм Салауатта, 25-ендә Өфөлә туҡталыш яһай.   Поезд байрамса биҙәлгән күсмә резиденция. Составтың иң башында паровоз килә, ул бер нисә йөҙ фонарҙан торған гирлянда менән биҙәлгән. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар сағыу вагондар янында фоторәсемгә төшә ала, сувенирҙар һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, бушлай концерт һәм күңел асыу тамашаһы ойошторола.

Фото №1 - Рәсәй Ҡыш Бабайы Башҡортостанға килә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ