Балалар сәләмәтлеге буйынса һорауҙар бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ҡаралды. Сара депутаттар, ведомство вәкилдәре һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы табиптары ҡатнашлығында үтте.
Ултырышта мәктәптәрҙә туҡланыуҙың нисек ойошторолоуы, республика һәм федераль проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре кеүек һорауҙар күтәрелде. «Ҡанатлан» мәғариф проекты сиктәрендә мәҫәлән, республикала «Сәләмәт йылмайыу» теш кабинеттары иҫәбе 300-гә етеп килә. Шулай уҡ яңыртылып асылғаны ла бар. Сара барышында мәктәптәрҙең дауахана-поликлиникалар менән килешеү нигеҙендә алып барылған эштәре айырым иғтибарға алынды.



