Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Осрашыуҙа төбәктең инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террор хәүефенән һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, оператив штаб дрондар ҡулланып диверсия-террористик акттар ҡылыу ихтималлығы булған объекттар исемлеген төҙөгән. Оборона һәм Сәнәғәт министрлыҡтары тәҡдимдәренә ярашлы, предприятиелар пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һаҡланыуҙы ойоштороу буйынса юл карталарын төҙөгән. Ултырышта ҡатнашыусылар инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын һаҡлауҙың өҫтәмә сараларын тикшерҙе, шулай уҡ террор хәүефенә яуап биреү буйынса ведомство-ара эш тәртибен билдәләне.




