Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Абилимпикс» чемпионаты һәм «Профессионалдар» хәрәкәте еңеүселәре менән осрашты. Сарала барлығы 80 кеше ҡатнашты. Быйыл республика «Профессионалдар» хәрәкәте йыйылма командаһы Рәсәйҙең иң яҡшы биш командаһы исемлегенә индерелде.
Төбәк етәксеһе урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары менән аралашып, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Йәштәр һөнәри үҫеш, карьера баҫҡысы буйынса үрләү, маҡсаттарға ирешеү һорауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров төбәктә лайыҡлы шарттарҙа белем алып, профессиональ яҡтан үҫешергә бөтә шарттар бар тип билдәләне. Һуңғы өс йылда 29 колледжда капиталь ремонт эшләнгән.




