Өфөлә Радий Хәбиров менән Илья Денисовтың осрашыуы үтте

Быйыл республикала янғында һәләк булыусылар былтырғыға ҡарағанда кәмеүе күҙәтелгән. Был турала Радий Хәбиров Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары Илья Денисов менән осрашыуҙа белдерҙе.

Фекер алышыуҙа төбәктә янғынға ҡаршы хеҙмәтте үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Башҡортостанда был өлкәлә эш яйға һалынған. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла төбәк яҡшылар иҫәбендә. Республикала айырым категорияларға ҡараусыларға янғын тураһында хәбәр итеүсе приборҙар бушлай ҡуйыла. Һәм был ҡоролмалар ярҙамында меңдән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, янғынға ҡаршы хеҙмәтте үҫтереү буйынса төбәк программаһы эшләй. Муниципалитеттарҙа деполар төҙөлә, ауылдарҙа янғынға ҡаршы пункттар асыла. Шулай уҡ республика бюджеты иҫәбенә Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты һатып алынған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ