Башҡортостанда студенттарҙың йәшәү һәм туҡланыу шарттарын күҙәтеүгә йомғаҡ яһалды

Йәмәғәт палатаһында дөйөм ятаҡтар торошо һәм республиканың колледж ашханалырында туҡланыу мәсьәләләре тикшерелде. Студенттар араһында анкета һорауҙарына яуап алыу үткәрелгән, уның буйынса менюны төрләндереү, хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу, ә ҡайҙалыр ашхана булдырыу кәрәклеге асыҡланған. Төбәктә 100-ҙән ашыу колледж бар, уларҙың 30-ы тикшерелгән. Кәңәшмәлә йәмәғәтселәр туҡланыу һәм йәшәү шарттары буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ