Өфөлә «Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды


«Торатау» конгресс-холл сәхнәһендә «Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды. Быйыл радионың йомғаҡлау сараһы милли йәштәр фестивале булараҡ үтте. Ул Республика Башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо. Һәләтле Башҡортостан йәштәрен асыусы иң ҙур музыкаль ваҡиғаларҙың береһе хаҡында киләһе яҙмала.

«Юлдаш Рlus» радиоһы алып барыусыларҙың һәм йәш йырсыларҙың ҡанатын нығытыусы ҙур ижади майҙан. Радио 2014 йылдан эшләй. Көн һайын тура эфирҙар алып барыуҙан тыш, радио коллективы йыл һайын һәр айҙың хит-парад еңеүселәрен бер сәхнәгә йыя. Тамашала төрлө йүнәлештә ижад итеүсе йәш һәләттәргә номинациялар тапшырылды.

Тамашасылар араһында Iphone 16 уйнатылды. «Юлдаш Рlus»проекты туған телдә ижад итеүсе йәш һәләттәрҙе асыуға йүнәлтелгән. Быйыл еңеүселәр 16 номинация буйынса билдәләнде. «Йыл инструменталисы»номинацияһында ҡурайсы Юлай Ҡасимов еңеү яуланы.

18-ҙән 35 йәшкә тиклем ҡатнашыусыларҙы билдәле шәхестәрҙән, халыҡ артистарынан торған жюри ағзалары баһаланы. Һәр йүнәлештә 3-5 ҡатнашыусы һайлап алынды. Эш барышы «Юлдаш Plus» радиоһының «Бәйләнештә» төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелде. Номинациялар еңеүселәре тамашасыларҙың Баш.ньюс сайтында тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнде. «Йыл йырсыһы» номинацияһында Динара Ғәлләмова еңеүсе булды.

«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестивале еңеүселәре артабан радионың тура эфирҙарына, концерттарға саҡырыласаҡ, йырҙары даими радиола яңғыраясаҡ. «Юлдаш Plus» милли йәштәр фестивале яңы исемдәр асыуҙан тыш, йәш һәләттәргә сәнғәт даирәһендә артабан үҫеү өсөн ҙур баҫҡыс буласаҡ, ти сараны ойоштороусылар.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ