Яңы йыл юғалтыуҙар һәм еңеүҙәр менән килмәксе


Был турала Өфө нумерологтары билдәләне. Йондоҙҙар тормошта кәрәкмәгән әйберҙәрҙән баш тартырға йөръәт итеүселәргә бәхет вәғәҙәләй. Йылан йылы башланыуға тиклем ике аҙнанан кәмерәк ваҡыт ҡалып бара. Байрам төнө хәтерҙә ҡалһын өсөн, өҫтәлгә нимә әҙерләргә һәм нимә кейергә? Белгестәр яуабы киләһе яҙмала.

Башҡалар яңы йыл символын открыткаларҙа һүрәт итеп һатып алһа, Александр Гладких көн дә тере йәндәрҙе тәрбиәләй. Бесәй йәки эт түгел, уның йорт хайуаны - ҡыҫҡа ҡойроҡло Суматра питоны. Ғалим уларҙы илдә тәүгеләрҙән булып үрсетә башлаған. Кеше өсөн был йән эйәләре хәүефһеҙ, яңы йәшәү шарттарына тиҙ өйрәнгән.


Йыландар менән университетта яңы асыласаҡ экзотариумда танышырға мөмкин буласаҡ. Оҙаҡламай бында хамелон, кеҫәрткеләр, варан, гөбөргәйелдәр ҙә килтереләсәк.

Александр Гладких, Өфө фән һәм технологиялар университетының зоология лабораторияһы мөдире

2025 йыл - Йәшел йылан йылы. Шуға ашнаҡсылар Яңы йыл төнөндә йәшел төҫтәге ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә. Классик оливье, тун аҫтында селёдка кеүек турамалар тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк.


Өҫтәлдә, минеңсә, ит, балыҡ ризыҡтары булырға тейеш. Күберәк йәшелсә, алма, груша, йәшел йөҙөмдән закускалар эшләргә мөмкин.

Игорь Балдыков, шеф-ашнаҡсы

Йәшел төҫ кейемдә лә урынлы буласаҡ. Образдарҙа ялтырауыҡ өлөштәр, люрекс, кристалдар ҡулланыу отошло.

Яңы йыл төнөндә кейемдә иң сағыу төҫтәрҙе, күҙгә ташланып торған биҙәүестәрҙе файҙаланырға ҡурҡмағыҙ. Ғөмүмән, нумерологтар әйтеүенсә, Йәшел йылан яңы йылда ихтыярлы кешеләргә булышлыҡ итәсәк.


2025 йыл 9 һанына бәйле. Киләһе йыл тормошто ҡатмарлаштырған әйберҙәрҙән баш тартырға көс тупларға кәрәк буласаҡ. Был шәхси тормош, һаулыҡ, эш кеүек төрлө йүнәлештәргә ҡағыла.

Гөлнара Үтәшева, нумеролог
Башбат

Ни тиһәң дә, Яңы йыл өҫтәленә нимә бешерергә, өҫкә ниндәй кейем кейеү тураһында һәр беребеҙ үҙенсә хәл итә. Иң мөһиме - байрам ҡәҙерле кешеләр эргәһендә, бәхетле үтһен.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ