Бөгөн Республика парламенты депутаттары пленар ултырышта вице-премьерҙарҙы хупланы. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп Рөстәм Моратов тәғәйенләнә. Беренсе вице-премьер вазифаһын шулай уҡ Урал Килсенбаев ала. Азамат Абдрахманов вице-премьер-Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе була. Вице-премьерҙар вазифаһында Илшат Фәзрахманов һәм Александр Шельдяев эшен дауам итә. Улар Ауыл хужалығы һәм Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлыҡтарын етәкләй. Премьер-министр урынбаҫары вазифаһында Ирек Сәғитов ҡала. Стәрлетамаҡтың элекке башлығы Рөстәм Ғәзизов шулай уҡ вице-премьер вазифаһын ала. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хөкүмәттә вице-премьер статусында эшләйәсәк. Башҡортостан министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре Республика Башлығы Указы менән тәғәйенләнә.




