Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә мөмкин

Башҡортостанда уҙған йылда Владимир Путин менән тура бәйләнештән һуң 50 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡаралған. Был турала республика буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов белдерҙе. -Быйылғы тура линияға бөтә илдән миллион ярым мөрәжәғәт ҡабул ителде. Башҡортостандан булған һорауҙарға иғтибарҙы арттырырға кәрәк, - тине ул. "Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары" бөгөн була, 14 сәғәттә башлана. Ил башлығы менән тура бәйләнеште төп федераль телеканалдарҙа ҡарарға мөмкин.

Фото №1 - Владимир Путинға  мөрәжәғәт итергә  мөмкин
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ