Сәлих ауылындағы учреждение 500-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә, тип хәбәр итәләр Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Быға тиклем ауылда ФАП 34 йыл элек төҙөлгән бинала урынлашҡан. Яңы медпунктта бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Объект "Һаулыҡ һаҡлау"милли проектына ярашлы төҙөлгән.




