Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында бассейн төҙөлөшө проекты менән танышты


25 метр оҙонлоҡтағы бассейнды биләмәнең физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә төҙөү ҡаралған. Унда йөҙөү өсөн дүрт һыҙат буласаҡ тип көтөлә. Республикала «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркын үҫтереү эше артабан дауам итә. Төбәктә «Патриот» паркы эшләй башлағандан алып профилле сменаларҙа 24 мең ярым уҡыусы, колледж студенттары ҡатнашҡан. Бынан тыш, киләһе йылдың яҙында парк скверында Максим Серафимовҡа бюст асылырға тейеш. Был ҡарар быйыл һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналар ваҡытында ҡабул ителде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ