5-се класс уҡыусыһы төбәк етәксеһе менән тура бәйләнешкә үҙенең хатын ебәрҙе. Максим уға робот-трансформер бүләк итеүҙе һорай һәм республика башлығы кабинетын күрергә, Яңы йыл алдынан уның менән осрашырға теләй. Бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, Максим ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл мәҙәниәт йортонда художество түңәрәгенә йөрөй. Малайҙың үтенесе яуаһыҙ ҡалманы, ул Өфөгә башланғыс кластар уҡытыусыһы оҙатыуында Радий Хәбировҡа ҡунаҡҡа килде.
Радий Хәбиров эш кабинетын күрһәтте, үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне һәм Максимға үҙе теләгән уйынсыҡты, шулай уҡ һеңлеләре һәм ҡустылары өсөн Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Уҡыусы бала республика етәксеһенә үҙе төшөргән картинаны бүләк итте һәм байрам шиғырын уҡып ишеттерҙе. Малай футболсы булырға хыялланыуы тураһында һөйләне. Башҡортостан башлығы малайҙы Максимды «Салют» республика реабилитация-белем биреү комплексында реабилитация курсын үтергә саҡырҙы.



