Өфөлә үткән эксперт советының 18-се ултырышында Туҡсоран башҡорттарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары ҡаралды. Фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 25 объект буйынса фекер алышты. Улар араһында күптән түгел Ырымбур өлкәһендә тамамланған экспедиция материалдары ла бар.
Информанттар Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Әмир Абдразаҡов, Рауил Бикбаев кеүек билдәле башҡорт шәхестәренең тыуған ауылдарында булып, туй йолалары, балалар уйындары, йыр-бейеүҙәр һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләрен яҙып алған. Быға тиклем Ырымбур өлкәһенә күләмле экспедициялар ярты быуат элек ойошторолған булған.



