Ҡариҙел районы Абдулла ауылында Ришат Миндияровтың исеме мәңгеләштерелде

Ҡариҙел районы Абдулла ауылында билдәле радио һәм телевидение журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ришат Миндияровтың исеме мәңгеләштерелде. Журналист исеме яҙылған иҫтәлекле таҡтаташ Бәрҙәш йылғаһы аша үткән аҫылмалы күпер ҡоролмаһына беркетелде. Сарала Ришат Миндияровтың ауылдаштары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәре ҡатнашты.

Билдәле журналист Ришат Миндияров тәрән һыулы йылғалары, сылтыр шишмәләре һәм мәғрур ҡарағайҙары менән дан тотҡан хозур тәбиғәтле төйәктә тыуып үҫкән. 17 йәшендә тыуған ауылынан сығып киткәс, өс йыл диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп, журналист һөнәренә эйә булғандан һуң, Ришат Фәтхелислам улы Өфөнө ғүмерлеккә үҙ итә. Шуға ҡарамаҫтан, хыял ҡанаттарын нығытҡан тыуған ауылын һәр ваҡыт күңел түрендә йөрөтә, атайсалы менән бер ҡасан да бәйләнешен өҙмәй.

Радио һәм телевидениеның ижтимағи-сәйәси программалар редакцияларында эшләгән сағында Ришат Миндияров республиканы арҡырынан буйына урап сыға. Үткер ҡәләме арҡаһында ул тапшырыуҙарында ҡуйған һорауҙарға һәр ваҡыт яуап табыуға, күптәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә ирешә. Бына күп йылдар элек тыуған яғында ике ауыл араһындағы аҫылмалы күпер шаҡтай иҫкергәс, ул яңыһын төҙөтөү өсөн күп көс һала һәм тырышлығы бушҡа китмәй.

Абдуллала ике ауыл халҡын тоташтырған күпер генә түгел, был яҡтарҙың бик күп шифалы шишмәләре лә Ришат Миндияровтың эҙҙәрен һаҡлай. Сөнки хеҙмәттәшебеҙ уларҙы төҙөкләндереү, атамаларын дөрөҫ яҙҙырыуҙы ла ентекле күҙәткән. Вафатына бер йыл тулғанда, тарихта тәүгә журналист исемендәге күперҙең тап Ришат Миндияров хөрмәтенә аталыуы осраҡлы түгел. Юғары эске мәҙәниәте һәм күркәм кешелек сифаттары менән Ришат Миндияров замандаштары күңеленә юйылмаҫ эҙ яҙып ҡалдырҙы.

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ