Владимир Путин Курск йүнәлешендәге хәрбиҙәрҙең финанс проблемаһын хәл итергә вәғәҙәләне


Бөгөн дәүләт башлығы тура эфирҙа Рәсәй халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Былтырғы кеүек үк, сара тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы форматында ойошторолдо.

Тура бәйләнеш модераторы Дмитрий Кулько президентҡа Курск өлкәһен һаҡлаусы яугирҙарҙың тейешле түләүҙәр алмауы тураһында хәбәр итте. Вәғәҙә ителгән 240 мең һум урынына уларға айына 25 меңдән 43 мең һумға тиклем генә аҡса түләнә. Алдараҡ түләүҙәр менән бәйле проблема тураһында Рязань өлкәһендә йәшәүсе ҡатын да хәбәр итә. Уның ире Курск өлкәһендәге алыштарҙа һәләк була, әммә ғаилә тейешле түләүҙәрҙе алмай, сөнки ир документтар буйынса махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы булып үтмәй. Владимир Путин түләүҙәр айырмаһы өсөн ғәфү үтенде һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә килеп тыуған хәлде төҙәтергә вәғәҙә бирҙе.

Тура бәйләнеш барышында президентҡа демография тураһында һорау бирелде. Владимир Путин Рәсәй өсөн был төп мәсьәләләрҙең береһе тип билдәләне. Шуға ла ул субъекттар етәкселәренә тыуым мәсьәләләренә айырым иғтибар бирергә саҡырҙы. Бынан тыш, ил етәксеһе Әсәлек капиталын уникаль программа тип атаны һәм уның даими арта барыуына иғтибар итте. Президент шулай уҡ ғаилә ипотекаһын һаҡлап ҡалырға вәғәҙә бирҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ