Быйыл дәүләт башлығы менән тура бәйләнеш 4 сәғәт тә 27 минут дауам итте


Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй Президенты 76 һорауға яуап биреп өлгөргән, уларҙың тиҫтәнән ашыуы махсус хәрби операцияға ҡағыла. Эксперттар фекеренсә, Пезиденттың был тәңгәлдәге яуаптары ил һаҡсыларының мәнфәғәттәре дәүләт кимәлендә яҡланыуын күрһәтә, йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын нығытыуға булышлыҡ итә.

Тура бәйләнеш ваҡытында күп кенә һорауҙар иҡтисад тармағына ҡағылды. Владимир Путин ил иҡтисадының бер нәмәгә ҡарамаҫтан үҫеш юлынан барыуын билдәләне. Иҡтисад белгестәре билдәләүенсә, Президент телгә алған мөһим күрһәткестәр шулай уҡ ил иҡтисадының тотороҡлоғон сағылдыра.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ