Өфөлә экологик лидерҙар бүләкләнде


Өфөлә Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән федераль проекттарҙа ҡатнашҡан иң яҡшы муниципалитеттар, йәмәғәт ағзалары, ирекмәндәр, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре билдәләнде.

Быйыл репсублика ил кимәлендә «Рәсәй һыуы» акцияһы һөҙөмтәләре буйынса - өсөнсө, 180 тонна макулатура йыйып бишенсе урын яуланы. Әйткәндәй, быйыл сараларҙа республиканың эре предприятиелары ла әүҙемлек күрһәткән. Эште тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү өсөн «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы менән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Документ, ирекмәндәр менән тығыҙ бәйләнештә эш итеү, федераль гранттар алыу мөмкинлеген бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ