Өфөлә үҫеп ултырған шыршыны урлаусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Хоҡуҡ һаҡсылары социаль селтәрҙә ике билдәһеҙ кешенең Туҡай урамындағы йорт ихатаһында ылыҫлы ағасты ҡырҡҡан тигән мәғлүмәткә тап була. Полиция хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү камералары аша ваҡиғаны ентекле тикшерә һәм енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе асыҡлай.

Улар Өфөнән 23 йәшлек ҡыҙ һәм Нефтекаманан 25 йәшлек егет. Ҡулға алыныусылар Яңы йылды тере урман һылыуҡайы менән билдәләргә ҡарар итеүҙәрен белдерә. Бының өсөн улар бысаҡ менән ҡоралланып иң ҡулайлы ағасты өйҙәренә алып ҡайта. Әлеге ваҡытта «Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итәләр Өфө буйынса Эске эштәр идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ