Бөрйән районындағы ауылға һеләүһен килгән

Был хаҡта «Шүлгәнташ» тәбиғәт ҡурсаулығынан хәбәр иттеләр. Урман йыртҡысын Ҡотанда йәшәүселәр күреп ҡала. Урман йәнлеге был яҡтарҙа һирәк ҡунаҡ. Белгестәр фаразлауынса, һуңғы көндәрҙә ҡарҙың күпләп яуыуы һөҙөмтәһендә һеләүһенгә һунар итеү ҡатмарлашҡан һәм ул аслыҡтан кешеләр янына сыҡҡан. Ауыл халҡын, айырыуса төндә, һаҡ булырға саҡыралар. Әйткәндәй, был көндәрҙә һеләүһенде Иҫке Собханғол ауылындағы ихаталарҙың береһендә лә күргәндәр. Урындағы кешеләр әйтеүенсә, ҡырағай йәнлектең сәфәренән һуң бесәй юғалған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өс йыл самаһы элек Өфө үҙәгенә лә һеләүһен.инде. Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы хеҙмәткәрҙәре йыртҡысты Рязань урамындағы «Башкирэнерго» подстанцияһында тотто. Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған йәнлеккә бер йәш самаһы ине. Ветеринарҙар тикшереүенән һуң белгестәр йыртҡысты һеләүһендәр күпләп төйәк иткән Благовещен районы урманына ебәрҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ