Башҡорт аш-һыуҙары белгесенән тәмле китап. Иң шәп башҡорт милли аш-һыуҙары рецепттарынан төҙөлгән баҫма Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. «Кумпан-Терра» ресторанында уҙғарылған «Башҡорт милли аш-һыуының иң яҡшы ризыҡтары» китабы исем туйында беҙҙең ижади төркөм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
«Алтын торна» милли премияһы эйәһе Индүсә Әмир ҡыҙы өсөн ил кимәлендә яуланған миҙал иң ҡәҙерле наградаларынан һанала. Ә был өҫтәлдә оҫта ашнаҡсының ярты быуатлыҡ хеҙмәте сағылдырылған. Сираттағы китабы айырыуса сағыу, файҙалы һәм заманса эшләнгән. Рецепттарҙы интернет селтәренән эҙләүгә ҡарағанда, ташҡа баҫылғаны күпкә яҡшыраҡ, ти автор.
Баш ҡала - туристар мәккәһе. Милли аштарҙы тәмләп ҡарау һәр сәйәхәттең мөһим өлөшө. Башҡорт аш-һыуы етештереү, оҫталыҡ һәм тәжрибә талап иткән яңы ресторандар асыу ҙа һәр ваҡыт Индүсә Әмир ҡыҙына йөкмәтелгән. Туплаған тәжрибәһен ул ҡунаҡсыллыҡ индустрияһына яңы килеүсе йәштәр менән ихлас бүлешә.
Индүсә Арыҫланованы ижадҡа оҫта ашнаҡсы Юныс Әхмәтйәнов илһамландырған. Автор уның менән алыҫ 70-се йылдарҙа бер командала эшләгән. Шул ваҡыттан алып Индусә Әмир ҡыҙы башҡорт аш-һыуын әүҙем пропагандалаусы. Милли рецепттар китаптары 16 тапҡыр нәшер ителһә, һуңғыһы «Китап» нәшриәте менән берлектә сығарылған һигеҙенсе баҫма.
Ҡунаҡсыллыҡ башҡорт халҡының ҡанында. Беҙҙең республикала ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, хуш еҫле үлән сәйҙәр, ҡымыҙ һәм баллы бауырһаҡ менән ҡаршылайҙар. Рәсәйҙең иң яҡшы рестораторының иң тәмле китабында бөтмөр хужабикәләрҙән быуаттар аша килеп еткән аш-һыу әҙерләү серҙәре һәм данлыҡлы ашнаҡсының үҙенсәлекле рецепттары менән танышырға һәм тормошта ҡулланырға мөмкин. «Башҡорт аш-һыуының иң яҡшы ризыҡтары» китабы - авторҙың ярты быуаттан ашыу ваҡыт эсендә тупланған эш тәжрибәһе.
Гүзәл Борханова



