“Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” тигән сара ҙур матбуғат конференцияһы һәм ил халҡы менән аралашыуҙы берләштерҙе. Төп маҡсат – суверенитетты һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу. Владимир Путинға бирелгән тәүге һорау ил иҡтисадына бәйле булды. “Бер ниндәй һынауҙарға, тышҡы йоғонто һәм баҫымға ҡарамаҫтан ил иҡтисады үҫешә”, - тине дәүләт башлығы.
Социаль әһәмиәтле ризыҡтарға хаҡ артыуы йыйылған уңыш күләме һәм санкциялар йоғонто яһай. Аҙыҡ-түлеккә, шул иҫәптән аҡ майға хаҡ 33-34 процентҡа ҡиммәтләнгән. Ил президенты был мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләне.
“Владимир Путин менән тура бәйләнеш ил һәм халыҡ һулышын тулыһынса сағылдырҙы”. Бөгөн ил башлығы менән булған һөйләшеүгә политолог Зөфәр Тимербулатов шундай баһа бирҙе.




