Президент журналистар һәм граждандар биргән 74 һорауға яуап бирҙе. “Яҡындарығыҙға күберәк ваҡыт бүлегеҙ”. Дәүләт башлығы тура бәйләнеш аҙағында шулай тип белдерҙе. Ул илдә йәшәүселәргә изге теләктәр еткерҙе.
Вадимир Путин йыл һайын тиерлек халыҡ менән аралаша. Беренсе тура бәйләнеш 2011 йылда булды. Унда президентҡа 400 мең һорау ҡабул ителде. Эфир 2 сәғәт ярым барҙы.




