Һалдаттар уға сувенирҙар, шеврондар, ҡорал тапшыра. Яңыраҡ Тымыҡ океан флотының 155-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһы хәрби байраҡтарының күсермәһен ебәргән. Ил Президенты ҡыйыу ир-егеттәргә рәхмәт белдерҙе. “Беҙҙең яугирҙар барыһы ла батырҙарса алыша”, - тине Владимир Путин тура бәйләнеш барышында.
Рәсәй Президенты яугирҙар фронттан ҡайтмайынса бәхетле була алмайым, демография ла тотороҡланмаясаҡ, башҡа пландар ҙа тормошҡа ашмаясаҡ, тип белдерҙе. “Владимир Путин илдәге социаль-иҡтисади үҫеште контролдә тота. Тура бәйләнеш барышында халыҡ күңелендә өмөт уятҡан яңылыҡтар әйтелде. Махсус хәрби операция темаһына ҙур урын бирелде”, - ти республика парламенты депутаты, хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов.
Владимир Путин менән тура бәйләнеш 4 сәғәттән ашыу барҙы. Дәүләт етәксеһе тура бәйләнеш аҙағында илдә йәшәүселәрҙе яҡындарына күберәк иғтибар бүлергә саҡырҙы. Халыҡҡа уңыш, бәхет һәм именлек теләне.




