Владимир Путин тура бәйләнеш барышында ил граждандарына аферистарҙан һаҡланыу өсөн кәңәш бирҙе. Шикле кешеләр бәйләнешкә сыҡһа, телефонды һалып ҡуйырға кәрәк, тине ул. Ватандаштарыбыҙҙың иҫәбенән кредит алыу юлы менән аҡсаларҙың юғалыуы ҙур хәүеф уята. Банктар тиҙ арала кредит бирергә өйрәнде. Әммә улар иң тәүҙә кешенең түләү мөмкинлеген тикшерергә бурыслы”, - тине президент.
"Владимир Путин" менән йыл йомғаҡтары" 4 сәғәт 27 минут дауам итте. Президент журналистар һәм граждандарҙан ҡабул ителгән 74 һорауға яуап бирҙе. Былтыр дәүләт башлығы 87 һорауға яуап ҡайтарғайны. Рәсәй етәксеһе менән булған иң оҙон эфир рекорды ҡабатланманы. 2013 йылда Владимир Путин менән әңгәмә 4 сәғәт 47 минут барҙы. Тура бәйләнеш барышында социаль өлкәгә һәм халыҡ-ара бәйләнештәргә ҙур иғтибар бирелде. Һорауҙарҙың 20 проценты махсус хәрби операцияға арналды. “Владимир Путин ғаилә темаһына ҡағылышлы мөрәжәғәттәргә лә ихлас яуап ҡайтарҙы”, ти Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.
Владимир Путин шәхси һорауҙарға ла яуап бирҙе. Дәүләт башлығын Красноярск ҡалаһы һәм “Комсомольская правда” газетаһының юбилейына саҡырҙылар.




