Президент “Ватанды һаҡлаусылар” фондының нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне

“Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре һәм тол ҡатындары менән осрашыуҙан һуң дәүләт фонды асырға ҡарар иттек”, - тине Владимир Путин. Ул был хаҡта тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы барышында белдерҙе. “Һәр хәрбигә айырым ҡараш булырға тейеш. Фонд һәм Оборона министрлығы ветерандар һәм яугирҙар менән “бер тәҙрә” тәртибендә эшләй. Фронттан ҡайтҡан ир-егеттәргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү мөһим бурыстарҙың береһе” - тине дәүләт башлығы.

Президент “Ватанды һаҡлаусылар” фондының нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне

“Президент менән тура бәйләнеш власть һәм кешеләр араһында диалог ҡороу өсөн төп платформа. Владимир Путин дәүләт фонды эшенә юғары баһа бирҙе. Беҙ артабан да яугирҙарыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡбыҙ”, - тине “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостан парламенты депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Президент “Ватанды һаҡлаусылар” фондының нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.

Фото №1 - Президент “Ватанды һаҡлаусылар” фондының нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ