Илдә ауыл хужалығы – юғары тиҙлек менән үҫешкән төп тармаҡтарҙың береһе. Ил президенты Владимир Путин тура бәйләнеш барышында ошо турала белдерҙе. “Рәсәй донъя баҙарында аҙыҡ-түлек экспортлаусы 3 иң эре ил иҫәбенә инә, бойҙай буйынса донъяла 1-се урынды биләй”, тине ул.
Ил Президенты менән тура эфир барышында Рәсәйҙәге көнүҙәк мәсьәләләр телгә алынды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән дә һорауҙар бирелде. Илдә медицина кадрҙарына бәйле проблема киҫкен ҡала. “Был һорауҙың күтәрелеүе үтә лә мөһим”, тигән фекерҙә табип, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Рима Үтәшева.
“Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары" 4 сәғәт 27 минут дауам итте. Президент журналистар һәм граждандарҙың 74 һорауына яуап бирҙе.




