“Йыл йомғаҡтары” барышында Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе ҡатын һорау бирҙе. Ул ҡала дауаханаларында инсулин етмәүе тураһында белдерҙе. “Рәсәй халҡы льготалы дарыуҙар менән тәьмин ителә. Ҡайһы берҙә урындарҙа проблемалар һәм тотҡарлыҡтар килеп тыуа. Был мәсьәләләне иғтибарға алырбыҙ”, тине Владимир Путин.
“Ҡалала инсулин мәсьәләһе юҡ. Пациент 2024 йылдың июленән поликлиникаға мөрәжәғәт итмәгән. Бөгөн ул тейешле дарыуҙарҙы алды”, тип белдерә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ольга Шәйхетдинова.
Башҡортостанда диабет менән сирле 147 мең кеше иҫәптә тора. Дауаханаларҙа 70-тән ашыу өлкән һәм 33 балалар эндокринология кабинеты эшләй. 60-ҡа яҡын шәкәр диабеты мәктәбе ойошторолған. Республикала уҙған йылда шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙы дауалауға 1 миллиард ярымдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.




