Башҡортостанда 1 мең гектарҙан ашыу майҙанда һуғарыу системалары булдырылған

Проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн 240 миллион һум йүнәлтелгән. Вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, мелиорация эшен әүҙем алып барған хужалыҡтар киләсәктә ҡоролоҡтан зыян күрмәй. Программала ҡатнашҡан инвесторҙар өсөн төҙөлөш сығымдарының 50 процентына тиклемен дәүләт иҫәбенән компенсациялау мөмкинлеге бар. Рәсәйҙә ауыл хужалығы ерҙәрен һөҙөмтәле файҙаланыу, мелиорация комплексын үҫтереү программаһы 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Фото №1 - Башҡортостанда 1 мең гектарҙан ашыу майҙанда һуғарыу системалары булдырылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ