Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы бара. Уның барышында аҙыҡ-түлек фестивале үтә. Ул Көрәш һарайы майҙанында ойошторолған. Хәбәрсебеҙ Динара Сафина.
Башҡорт ҡымыҙын Ҡаҙағстанда эсәләр. Баймаҡ районының “Экопродукт” йәмғиәте продукцияһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙә ихтыяж бар. Предприятие етәксеһе Рәмис Әмиров белдеренсә, Ҡаҙағстанға ай һайын 40 тонна ҡымыҙ оҙатыла.
“Аҙыҡ-түлек” фестивалендә сәк-сәктән эшләнгән Башҡортостан картаһы менән танышырға була. Уны Красноусол икмәге һәм Тирмән сифаты компаниялары тәҡдим итә.
“Рәсәй- Ҡаҙағстан” форумында милли ризыҡ - урама буйынса рекорд ҡуйырға ниәтләйҙәр. “Урама иртәгә һатыуға сығарыла, унын йыйылған аҡса махсус хәрби операция яугирҙарына ебәрелә”, ти етәксе Гөлшат Урманшина.
Нефтекама ҡалаһынан эшҡыуар Зинифа Үмәрбаева Ҡырмыҫҡа иләүе тортын күргәҙмәгә сығарған. 219 килограмм ауырлыҡтағы тәмлекәс уҙған йылда Рәсәй рекорды исемлегенә индерелгән.
Аҙыҡ-түлек фестивале иртәгә лә дауам итә. Көрәш һарайы майҙанында асыҡ һауала бишбармаҡ бешерелә. Ике төбәктең аш-һыу оҫталары уртаҡ милли ризыҡты әҙерләү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтә.
Динара Сафина, Юлдаш радиоһы.




