Республика ҡала һәм райондарында Башҡорт теле көнөнә арналған саралар ойошторола. Өфөнөң “Планета” сауҙа үҙәгенән коллегабыҙ Динара Сафина.
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле.
Сауҙа үҙәге бөгөн рух, телһөйәрлек, илһөйәрлек майҙанына әүерелде. Балалар, билдәле артистар башҡорт теленә дан йырлай. Тыуған илгә, ергә һөйөү һүҙҙәре яңғырай.
Кескәй тамашасыларҙың фекерен тыңлайыҡ.
Сауҙа үҙәгенә килеүселәр байрам концертынан тыш, ҡул эштәре күргәҙмә- йәрминкәһе менән таныша. Төрлө уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.
Башҡорт теленә һөйөү ғаиләлә һалына. Байрам тамашаһына ғаиләләре менән килеүҙәре ҡыуандыра. Үҫеп килгән быуындың башҡортса аралашыуы, туған телдә йырҙар йырлауы милләтебеҙҙең киләсәген сағылдыра.
Динара Сафина, Юлдаш радиоһы.




