Бөгөн Өфөгә дәртле, һәләтле йәштәр йыйылды. Баш ҡалала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Йәштәр йылына йомғаҡ яһалды.
Динар Абдуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Бөгөн ул “Рух майҙаны” зирәклек уйынында ҡатнашты. Уның командаһы Күгәрсен районында ойошторолған зона ярышында еңеүсе яуланы. Бөгөн улар финалда сығыш яһаны.
“Рух майҙаны” зирәклек уйынында 9 команда көс һынашты. Улар тарих, тел, мәҙәниәт буйынса төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ егет һәм ҡыҙҙар “Рухлы йәштәр - халҡым йәшәр” исемле сессия ултырышында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Йәштәр йылын йомғаҡлау сараһында әүҙем эшләгән район һәм ҡалалар билдәләнде. Сибай ҡалаһы һәм Мәсетле районы беренсе урын яуланы.
“Рух” башҡорт йыры фестивале Йәштәр йылына арналған саралар шәлкемен йомғаҡланы. Гала-концертта йырсылар һәм рок-төркөмдәр сығыш яһай.
“Исемле йыл уңайынан төрлө тематик саралар ойошторолдо, йәштәр теләп ҡатнашты”, ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.
Рухлы йәштәрҙе берләштергән сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек барышында уҙғарылды. Йыйын 13 декабрҙә үткәрелә.
Динара Сафина, Юлдаш радиоһы




