«Шүлгәнташ» музей комплексы 2025 йылға календарь тәҡдим итте


«Башҡортостанда мамонт көтөү тарихы». Ошондай исем аҫтында «Шүлгәнташ» музей комплексы 2025 йылға календарь тәҡдим итте. Ойошманың был икенсе сағыу баҫмаһы. Иллюстрациялар «Әгәр ҙә мамонттар йорт хайуаны булһа» тигән темаға арналған. Рәссам Руслан Сөләймәнов көләмәс рәүешендә боронғо йәнлектәрҙе кешеләр менән бергә Яңы йыл байрам итеүен күрһәтергә тырышҡан. Календарҙа етди мотивтар ҙа бар, әйтәйек, унда Аҡбуҙат өҫтөндә Урал батырҙы, боронғо кешеләрҙе, Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланырға килгән яҙыусыларҙы һәм башҡа үҙенсәлекле һүрәттәрҙе күрергә мөмкин. Календарь «Китап» нәшриәте һәм сувенирҙар магазиндарында һатыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ