Киләһе йылдан транспорт өсөн түбән һалым ставкаһы бурысы булмағандарға ғына ғәмәлдә ҡала


Ваҡытында түләмәүселәр өсөн һалым күләме бермә-бер арта. Шуға күрә яңы йылға бирәсәкһеҙ инеү хәйерлерәк, ти инспекторҙар. Мәҫәлән, Лада Гранта автомобиле өсөн түбән ставка менән 870 һум түләргә кәрәкһә, бурысы булғандар 2175 һум һалым сығарырға мәжбүр буласаҡ.


Һалым түләү ваҡыты 2 декабргә тиклем. Унан һуң пеня өҫтәлә. Әгәр ҙә инде яңы йылға тиклем дә бурыс ҡапланмаһа, 25-се йыл өсөн икеләтә арттырылған ставка буйынса транспорт һалымы түләргә тура киләсәк. Яңы йыл кәйефе боҙолмаһын өсөн бурысһыҙ инеү мөһим.

Юлай Булатов, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 4-се район-ара инспекцияһы бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Арттырылған тарифтан тыш бурысҡа көн һайын пеня өҫтәлеп килә. Бынан тыш, милекте тартып алыу, сит илгә сығыуҙы сикләү кеүек яза ҡаралған. Шуға күрә һалым инспекторҙары халыҡты иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында «Яңы йылға бурысһыҙ» акцияһы ойоштора. Был көндәрҙә сауҙа үҙәктәрендә, халыҡ күпләп йөрөгән ерҙәрҙә халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Бурысы барлығын асыҡлаусылар шунда уҡ һалымын түләй ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ