Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Дельфин ҡушаматлы яугир менән осрашыу үтте. Уҡыу йорто ректоры Данияр Абдрахманов әйтеүенсә, махсус хәрби операция геройҙары менән осрашыуҙар даими ойошторола.
Батырҙар беҙҙең эргәлә йәшәй, уларҙың ҡаһарманлығы йәш быуынға өлгө булырға тейеш, тине Данияр Мәүлийәр улы. Дельфин ҡушаматлы яугир сығышы менән Федеровка районынан, подполковник. Алғы һыҙыҡта хәрби часть командиры булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса юлланған, әле тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Йәштәр нацизмға ҡаршы көрәшкән геройҙарбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләнергә тейеш, ти «Дельфин» ҡушаматлы яугир.



