Башҡорт археологияһында донъяуи сенсация. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археологтары уникаль табышҡа юлыҡҡан. Мәләүез районы Иманай мәмерйәһендә тиҫтә йылдар алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр барышында бәләкәй айыу һөйәктәре һәм һунар ҡоралдары табылған. Археологик ҡомартҡыларҙың йәше 35 мең йыллап иҫәпләнә.
Ғалимдар фекеренсә, бәләкәй мәмерйә айыуы Евразияла урта һәм һуңғы плейстоцен дәүерендә йәшәгән һәм яҡынса 10 мең йыл элек юҡҡа сыҡҡан бөгөнгө урман кейегенең бер төрө һанала. Был ҡомартҡыларҙы тикшереү Уралда йәшәгән боронғо халыҡтың урта палеолит мәҙәниәте тураһындағы күҙаллауҙарҙы киңәйтә һәм ул беҙҙең төбәк тарихы өсөн ҡиммәтле. Донъя фәнендә неандерталецтарҙың бәләкәй мәмерйә айыуына һунар итеүе тураһындағы берҙән-бер дәлил.



