Учреждениела етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙар тәрбиәләнә. Балалар йортоноң Стәрлетамаҡта ла филиалы бар. Юбилейлы дата уңайынан ойошторолған тантанала Каринэ Хәбирова хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.
6 айлыҡ Миша Бала йортона яңыраҡ килтерелгән. Сабый тыныс, мөләйем холҡо менән айырылып тора. Әлегә уның өйгә кире ҡайтыу мөмкинлеге бар. Бөтәһе лә уның ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған әсәһенән тора.
Ашатып, кейендереп кенә түгел, тәрбиәселәр балаларҙы күңел йылыһын йәлләмәй ҡарай. Өйрәнеп тә китәһең. Тик һәр бер сабыйҙың өйлө, атай-әсәле булыуы улар өсөн иң ҙур бәхет. Әле учреждениела 4 йәшкә тиклем 47 бала тәрбиәләнә. Филиалды иҫәпкә алғанда, һан ике тиҫтәгә күберәк. Хеҙмәтен фиҙаҡәр башҡарған тәрбиәселәр юбилей сараһында билдәләнде.
Республика балалар йорто ҡатмарлы һуғыш йылдарында асыла. Бөгөн унда бөтә республиканан тәрбиәһеҙ ҡалған балалар ҡарала. Өфөләге бина 200-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар ҙа бар. Уларҙы дауалауҙа иң алдынғы заманса ҡоролмалар файҙалана.
80 йыл дауамында Республика махсуслашҡан балалар йортонда 16 меңдән ашыу сабый тәрбиәләнгән. Кескәйҙәргә ҡарата хәстәрлек һәм мөхәббәт- учреждение девизы. Кешелекле мөнәсәбәт арҡаһында ла балалар учреждениены социалләшкән шәхестәр булып тамамлай.
Рәзилә Ғилметдинова



